Ғәскәровсылар Новосибирскиҙа сығыш яһаясаҡ

Ғәскәровсылар Новосибирскиҙа сығыш яһаясаҡ

3 сентябрҙә Новосибирскиҙағы Евразия концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле «Урал һәм Шүлгән» спектаклен тәҡдим итәсәк. Ул «Место притяжения — Сибирь» Бөтә Рәсәй традицион вокаль-хореография һәм театр сәнғәте фестивале сиктәрендә үтәсәк.


 
«Урал һәм Шүлгән» – рус телендәге хореографик спектакль. Уның нигеҙендә башҡорт халыҡ эпосы ята. Боронғо эпостың образдары яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы көрәштә ҡатнаша. Күренеш геройҙары тылсымлы көскә эйә булған фантастик донъяла бара. Хореографик тамашала башҡорт халҡының мәҙәни оҫталығы, байлығы һәм күп төрлөлөгө яңғыҙ лирик, виртуоз һәм сағыу күмәк номерҙар күрһәтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект авторы һәм балетмейстеры — Йәмилә Бикбаева, режиссеры — Фирғәт Ғарипов. Спектакль өсөн музыканы Илшат Яхин һәм Вәсил Ғафаров яҙған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb