Ғәрәп һәм башҡорт мәҡәлдәрендә ҡатын-ҡыҙ образы тураһында китап сыҡты

Ғәрәп һәм башҡорт мәҡәлдәрендә ҡатын-ҡыҙ образы тураһында китап сыҡты

 Ғалим-тикшеренеүсе, ғәрәп теле белгесе Аэлита Миниянова Милли китапханала үҙенең «Ғәрәп һәм башҡорт мәҡәлдәрендә ҡатын-ҡыҙ образы» китабының исем туйын үткәрҙе. Китаптың исем туйында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Айтуған Ҡоланчин, Башҡорт фольклоры үҙәге вәкилдәре - Үҙәк етәксеһе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, Үҙәктең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге вәкилдәре: бүлек мөдире Гөлнара Абдрафиҡова, өлкән ғилми хеҙмәткәр, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов ҡатнашты.

Яңы баҫма мәҡәлдәрҙә сағылдырылған ғәрәп һәм башҡорт мәҙәниәтендә ҡатын-ҡыҙ образын яҡтыртырта

. - Ғәрәп телендә сыҡҡан был китап телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүселәр, культурологтар һәм фольклорсылар өсөн тәғәйенләнгән. Ул Иорданияла таратыласаҡ. Бында, Башҡортостанда, китап берҙән-бер данала. Милли китапхана директоры Азат Ибраһимов һүҙҙәренсә, китаптың донъя күреүе - мөһим ваҡиға, шуға күрә уның презентацияһын үткәрергә булдыҡ. Берҙән, ул ғәрәп телендә рус телле тикшеренеүсе яҙған икенсе китап, икенсенән, ғәрәп телендә башҡорттар тураһында китаптар юҡ. Хатта интернет киңлектәрендә «башҡорт» тигән һүҙ эҙләгәндә лә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт табылманы, - тип һөйләй тикшеренеү авторы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb