Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды

Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды

1978 йылда Ғата Сөләймәнов был иҫтәлекле ҡурайҙы иң яҡшы уҡыусыларының береһе – Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеге студенты Марат Түлебаевҡа бүләк итә. Хәҙер уҡыусыһы уны «Шүлгәнташ» музейына тапшырҙы. Инструмент «Урал батыр» эпосына арналған бүлектә һаҡланасаҡ.

Был ҡурай боронғо ысул менән эшләнгән. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ менән эшләү бүлеге мөдире Рафаэль Ғәзизов һөйләүенсә, Ғата Сөләймәнов уйын ҡоралын ҡурай үләенән яһаған һәм уны кәзә эсәге менән тарттырған. Элек был боронғо алымды бөтә ҡурайсылар ҙа ҡулланған: һәр кем үҙ уйын ҡоралын һаҡлап ҡалырға тырышҡан һәм бының өсөн эсәк, хатта йылан тиреһен ҡулланған. Ғата Сөләймәнов был технологияны киләсәк быуынға тапшырып ҡалдырған.

Ҡурай эшләү алымы Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекты булып иҫәпләнә. Бөгөн «Шүлгәнташ» музейына, ҡурайҙан тыш, ошо патенттың күсермәһе һәм ҡамыш ҡурайын эшләү тураһында видеяҙма тапшырылды.

Марат Түлебаев музейға килеүселәргә тарихи бүләк менән бәйле тарихты һөйләне һәм милли музыка ҡоралын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте.

Тап ошо көндәрҙә – 19-20 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы үткәрелеүе ҙур мәғәнәгә эйә.

Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды
Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды
Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды
Ғата Сөләймәновтың 1947 йылда Праганы яңғыратҡан ҡурайы «Шүлгәнташ» музейына тапшырылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb