Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

19 – 20 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы үтә. Әле конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

Ҡурай байрамы сиктәрендә үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре араһында бәйге, ижади тәжрибә майҙаны, еңеүселәр һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында концерт ойоштороу ҡаралған.
 
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙешмәкәр һәм профессиональ солистарҙың, ҡурайсылар ансамблдәрҙең сығышы йәш буйынса өс төркөмгә бүлеп баһалана. 12 йәшкә тиклемге һәм 12-16 йәшлек башҡарыусылар бер турҙа ярыша һәм ике музыкаль әҫәр (оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй) менән сығыш яһай.
 
16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн ике тур ҡаралған. Был йәш категорияһында үҙешмәкәр артистар дүрт әҫәр башҡара. Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған профессиональ музыканттар алдында оҙон көй уйнау бурысы тора. Һайлап алыу өсөн 100 әҫәр тәҡдим ителгән, улар араһында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» бар.
 
Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа ике йәш категорияһында ярыша. Улар ике көй башҡарасаҡ: береһе – оҙон көй, икенсеһе – оҙон көй, марш йәки ҡыҫҡа көй. Бер көйҙө икенсе музыка ҡоралдары оҙатыуында баш ҡарарға мөмкин. Бәйгеселәр традицион башҡарыу мәҙәниәтенә эйә булырға тейеш.
 
Ғаризалар 15 майға тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адрестарына ҡабул ителә.
 
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50 (Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова).
 
 
Сараның ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb