Ғафури районының “Быҙыбыт” ансамбле- өлгөлө халыҡ-ара бейеү коллективы

Ғафури районының “Быҙыбыт” ансамбле- өлгөлө халыҡ-ара бейеү коллективы

“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарҙы биләй. Быйыл да көсөргәнешле ярышта кескәйҙәр төркөмө Гран-при яуланы. Республиканан ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән береһенән-береһе сағыу ансамблдәр араһында уларҙың сығышы айырылып торҙо. Әле генә I класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың өҙҙөрөп баҫыуына, конкурста ҡатнашҡан барлыҡ коллектив менән ялан тултырып “Гөлнәзирә”не оҫта башҡарыуына һоҡлан­маған тамашасы булманы. Бары бейеүгә ҡарата йөрәгендә осҡон йөрөткәндәр генә кескәйҙәр күңелендә ошо сәнғәт төрөнә ҡарата һөйөү уята алалыр, моғайын.
“Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ-ара бейеү ансамблен Илшат Хәбибуллин етәкләй. Бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған ауылына ҡайтыуына яҡташтары ҡыуанып бөтә алмай. Районда үткән мәҙәни сараларҙа халыҡты ул үҙенең бейеүҙәре менән һоҡландыр. Ә инде “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу – улар өсөн оло бәхет, үҫеш баҫҡысы.

Абруйлы бәйгелә талапсан жюри ағзаларының хуплау һүҙҙәре, кәңәштәре йәш бейеүселәргә киләсәктә шөғөлләнеү өсөн ҡанат ҡуя. Ансамбль 2013 йылдан “Байыҡ” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә. Ошо уҡ йылда өлкән төркөмдә йөрөгән ҡыҙҙар-малайҙар “Йәшлек” бейеүе менән өсөнсө урынды алһа, Гран-при яулаған Искәндәр Әбелғужин бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Киләһе йылына Айназ Рафиҡов менән Илнара Ғөбәйҙуллина беренсе урынды яулай. 2015 йылда уртансы төркөм лауреат исеменә лайыҡ була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb