Ғафури районында Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Ғафури районында Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Күптән түгел район Ғафури район Мәҙәниәт һарайында илаһи шиғриәт донъяһына алып ингән күркәм сара – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. 
Күп һөнәрҙәргә маһир Назар Нәжмигә тәбиғәт талантты йәлләмәгән: моңло тауышлы йырсы ла булған, гармунда, пианино, скрипкала ла оҫта уйнаған. Шулай ҙа шағирлыҡ һәләте өҫтөнлөк ала һәм Дүртөйлө районының Миңеште ауылынан сыҡҡан ябай ауыл малайы 1 йыл рабфакта уҡығандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. 30-сы йылдарҙа ижад менән шөғөлләнә башлаған шағирҙың "Тамсылар” тип аталған беренсе китабы 1950 йылда донъя күрә. Һуңынан бер-бер артлы "Тулҡындар”, "Көтөлмәгән ямғыр”, "Ер һәм йыр”, "Шиғырҙар һәм поэмалар” шиғри йыйынтыҡтары баҫыла. 
Назар Нәжмиҙең шиғриәтен йырлы шиғриәт тип әйтергә лә була. Сөнки уның һүҙҙәренә халыҡ араһында киң билдәле бик күп йырҙар яҙылған. "Өфө йүкәләре”, "Үтте был матур көн”, "Ҡышҡы романс”, "Атай йорто” кеүек бихисап лирик әҫәрҙәре туң йөрәктәрҙе лә иретерлек ижад емештәре бар Назар Нәжмиҙең. Шағир ғына түгел, пьесалары сәхнәнән төшмәгән танылған драматург та, башҡорт уҡыусыһына А.С.Пушкин, М.Ю.Лермонтов, А.Навои, Р.Ғамзатов, Ҡ.Кулиевтың үлемһеҙ әҫәрҙәрен туған телдә яңғыратыусы тәржемәсе лә булған ул. Институттың 3-сө курсынан Бөйөк Ватан һуғышына китеп, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. 
М.Горький исемендәге РСФСР-ҙың дәүләт, С.Юлаев исемендәге рес-публика премиялары лауреаты Назар Нәжмиҙең исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эштәр эшләнгән: тыуған районында уның исемендәге әҙәби премия булдырылған, Дүртөйлө ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы, сквер, мемориаль комплекс шағир исемен йөрөтә, Миңештелә йорт-музейы бар. 
Шиғри конкурсты жюри ағзалары – "Табын” гәзите эргәһендә ойошторолған "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, КБГИ-ның башҡорт теле уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡолов, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәзилә Хәбибуллина баһаланы. Бәйгенең тәүге өлөшөндә мәктәп уҡыусылары, икенсеһендә өлкәндәр сығыш яһаны. Красноусолдың һәр мәктәбенән, районыбыҙҙың һәр ауылынан тиерлек килгән Назар Нәжмиҙең шиғыр-поэмаларын башҡорт һәм рус телендә һөйләүсе бәйгеселәрҙең һәр береһе ентек-ле әҙерләнгән.

"Ҡапҡалар” поэмаһын ҙур оҫталыҡ менән башҡарыусы 11 йәшлек Надежда Родионова (Ҡауарҙы) табылды. 2-се урынды Булат Мусин (КБГИ), Никита Клышников (Красноусолдағы 1-се мәктәп), 3-сөлә – Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары Алһыу Урманшина, Гөлсөм Хәкимова, Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова яуланы. Өлкәндәр араһында 1-се урынға Рәүилә Килмөхәмәтова (Еҙем-Ҡаран), 2-сегә – Рәүилә Мусина (Яңғыҙҡайын), Фәниә Фәйзуллина (Сәйетбаба), 3-сө урынға Лилиә Миниязова (Родина мәктәбе), Миңһылыу Абдуллина (Сәйетбаба), Фәүзиә Ҡотлогилдина (Родина) лайыҡ булды. Бар ҡатнашыусыларға ла район мәҙәниәт йортоноң Дипломдары тапшырылды.
Сараны Назар Нәжми йырҙарының аудиояҙмалары, фотоһүрәттәренән слайдтар, уның ижадына бағышланған китаптар күргәҙмәһе биҙәне. Сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шағирҙың "Бөтәһе лә һуңлап килде миңә” тигән шиғырына ауаздаш "Һуңламағанһың!” исемле шиғыры кисәгә үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Шиғыр байрамы халыҡ шағирының әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан Ватан, йәшәү мәғәнәһе, дуҫлыҡ, һөйөү тураһындағы фекерҙәр менән уртаҡлашыу сараһы ғына түгел, балаларға ла, ололарға ла бына тигән  оҫталыҡ дәресе булды.     

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb