“Зөләйха күҙҙәрен аса” тигән сериалда башҡорт образы ла буласаҡ

“Зөләйха күҙҙәрен аса” тигән сериалда башҡорт образы ла буласаҡ

Белеүегеҙсә, Рәсәй кинематографтары “Зөләйха күҙҙәрен аса” тигән сериал төшөрә. Унда башҡорт образы ла буласаҡ. “Башҡортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, Алексей Онофрейчук уйнаған кешеләрҙе ҡотҡарыусы Лукка башҡорт милләтенән булып китәсәк. Әйткәндәй, яҙыусы Гүзәл Яхинаның ошондай исемле романында Лукканың милләте тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Китапта был герой Ангара йылғаһы менән “дуҫлашып” балыҡ тота һәм кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡара. Ярға сыҡҡас, һөргөнгә ебәрелгән халыҡҡа ҡыуыш ҡорорға, ә ҡышҡы һыуыҡтар алдынан землянка соҡорға тәҡдим итә. Шулай кешеләр ҡыш сыға. Алексей Онофрейчук профессиональ актер түгел. Ул киноға осраҡлы рәүештә эләгә. Ролгә һыңар ҡуллы артист кәрәккәс, фильм төшөргән хеҙмәткәрҙәр инвалидтар ассоциацияһына мөрәжәғәт итә һәм уға тап була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb