«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнаша

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнаша

Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды.

Сара сиктәрендә Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры.

Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Премия махсус бүләктән, дипломдан һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктән тора.

Фестивалде асыуға арналған матбуғат конференцияһында Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов, «Тирмәкәй» Вологодск өлкә ҡурсаҡ театры директоры Елена Бухарина, Ярославль өлкәһенең Мәҙәниәт департаменты директоры Марина Васильева, XIX Халыҡ-ара Волков фестиваленең башҡарма директоры Татьяна Цветкова ҡатнашты.

Бөгөн Башҡорт драма театры коллективы Ярославлгә юлланды. 21 сентябрҙә Ярославлдә Гүзәл Яхинаның танылған романы буйынса режиссер Айрат Абушахмановтың донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен тәҡдим ителәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb