Күптән түгел башҡорт шағирәһе, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...» тигән китабының исем туйы үтте.
Сарала әҙибәнең шиғырҙарын Фәнзил Санъяров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Флүрә Мурзина, Риф Ғәбитов, Гөлфиә Янбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделмәнов, Филүс Ҡасимов кеүек һ.б. мәғариф һәм сәнғәт алдынғылары, һүҙ оҫталары башҡарҙы.
Байрамға сәхнә йондоҙҙары Венер Камалов менән Гөлсөм Бикбулатованың, шағирәнең кинйә ҡыҙы Әминә Әлибаеваның сығышы тағы ла йәм өҫтәне. Улар Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарҙы. Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айында уҙғарылған был сарала Авзал, Айнур, Морат, Хаммат хәҙрәттәрҙең ҡатнашыуы ла бик урынлы һәм әһәмиәтле булһа, Хаммат хәҙрәттең бәләкәй улы Йософтоң «Фатиха» сүрәһен уҡып ишеттереүе байрамдың тағы ла мәртәбәһен күтәрҙе, бәҫен арттырҙы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙғарылған китап туйы ысын мәғәнәһендә оло байрам – күңел байрамына әүерелде.
Һүҙ ҡеүәте менән күңелдәрҙә күптән урын алған Зөлфиә Миндебай ҡыҙының шиғриәтендә үткерлек тә, саялыҡ та, эскерһеҙлек тә, саф күңеллелек тә, тыйнаҡлыҡ та ярылып ята. Шағирәнең һәр һүҙендә халҡыбыҙ яҙмышы, уның үткәне һәм яҡты киләсәге балҡый.