«Зәңгәр ҡош» проектында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирәйек

«Зәңгәр ҡош» проектында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирәйек

Күптән түгел «Рәсәй 1» каналының «Зәңгәр ҡош» проектында Ләйсән Золотарева исемле яҡташыбыҙ сағыу  сығышы менән барыһын да хайран итте. 9 йәшлек ҡыҙ - Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан. Ләйсән жюри ағзаларын үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән таң ҡалдырҙы.

«Башҡортостан» дәүләт телерадио-компанияһы ойошторған «Ал сәскә» телевизион конкурсында ла ҡатнашып ҙур билдәлелек яулағайны Ләйсән, быйыл шулай уҡ «Таланттар ере» бөтә Рәсәй конкурсынан еңеү менән ҡайтты.

 «Рәсәй 1» каналының «Зәңгәр ҡош» проектында Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирергә мөмкин, уның өсөн PTICA.TV сайтына инеп тауыш бирергә кәрәк.Бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреп була. Шулай уҡ ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирә алабыҙ: кеҫә телефонынан 1075 һанына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Яҡташыбыҙ өсөн тауыштарҙы йәлләмәйек!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb