Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 50 йыл

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 50 йыл

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 50 йыл. Ошо уңайҙан төрлө саралар, ижади проекттар әҙерләнә. Уҡыу йорто 1968 йылда асылған. Композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, тәүге ректор Заһир Исмәғилев уны ойоштороуға ҙур өлөш индергән. 

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына 2003 йылда «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 8 декабрендәге бойороғона ярашлы академия үҙенең тарихи исемен кире ҡайтарҙы һәм 2016 йылдан «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты» тигән атама йөрөтә.

Үҙендә консерваторияны, театраль һәм художество вуздарын берләштергән, Башҡортостан өсөн уникаль уҡыу йорто. Шул уҡ ваҡытта академия — Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа тенденциялары берләштерелгән, ә Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле милли мәҙәниәте академик традициялар менән байытылған, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе.

Сәнғәт институтының биш факультетында 20 кафедра педагогтары 12 һөнәр һәм 19 юғары һөнәри белем буйынса белгестәр әҙерләй. Тәүге йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем юғары уҡыу йорто 4000-дән ашыу юғары квалификациялы сәнғәт өлкәһе белгесе әҙерләп сығарҙы.

Институтта 119 штатлы уҡытыусынан — 3 академик, 4 фән докторы, 28 кандидат, 20 профессор, 42 доцент, 3 дәүләт премияһы лауреаты, 12 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 47 кеше Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исеменә лайыҡ булған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты структураһында ике концерт залы, күсмә видеоаппаратура, видеокассеталар, күргәҙмә әсбаптары, иллюстрациялы баҫмалар, методик материалдар менән йыһазландырылған уҡыу аудиториялары, дирижерлыҡ итеү буйынса күнекмәләр өсөн махсус кластар, фольклор кабинеты бар, һирәк осрай торған музыка ҡоралдары коллекцияһы музейы, тауыш яҙыу лабораторияһы, компьютер, аудио-видеотехника менән йыһазландырылған музыка тыңлау класы, спорт һәм тренажер залдары бар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb