Затлы бүләккә кем лайыҡ?

Затлы бүләккә кем лайыҡ?

Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Менгән атым – уң ҡанатым” ат-спорт ярышын һәм “Ылаҡ” финал уйындарын ҡараны. Улар “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә уҙҙы.

Бүләкләү тантанаһында төбәк башлығы Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге ҡарамағындағы Башҡорт аты үҙәге эксперты, республиканың халыҡ артисы Миҙхәт Солтангәрәевк "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалын тапшырҙы

Радий Хәбиров шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарға сертификаттарҙы Роспатент етәксеһе Юрий Зубовҡа һәм Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе башлығы урынбаҫары Маур Абдуллинға тапшырҙы.

“Ылаҡ” уйынында Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһенән команда еңеүсе булды. Спортсылар бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Радий Хәбиров шулай уҡ өс йәштән өлкән башҡорт тоҡомло аттар өсөн 12 километрға ат сабышында абсолют еңеүсегә – Баймаҡ районы командаһына һәм 16 километрға бөтә тоҡомло аттар арыһындағы сабышта еңеүсегә – Ырымбур өлкәһе командаһына автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb