Заман драматургияһы һәм режиссураһы буйынса III Республика семинар-лаборатория үтәсәк

Заман драматургияһы һәм режиссураһы буйынса   III  Республика  семинар-лаборатория үтәсәк

13-16 апрелдә Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда заман драматургияһы һәм режиссураһы буйынса III Республика семинар - лаборатория уҙғарыла.

Профессиональ эксперт - педагогтар комиссияһы составында: театр белгесе, «Современная драматургия» журналының редколлегия ағзаһы, «Вахтанговец» газетаһы редакторы Валентина Федорова, театр тәнҡитсеһе, театр менеджеры, А.П. Чехов исемендәге Мәскәү Художество театрының махсус проекттар буйынса художество етәксеһе урынбаҫары Павел Руднев, билдәле рус яҙыусыһы һәм драматургы Родион Белецкий, шулай уҡ Өфө театр белгестәре Дина Дәүләтшина һәм Айһылыу Сәғитова.

Семинар-лаборатория сиктәрендә урындағы авторҙарҙың пьесаларына анализ яһау һәм фекер алышыу, Павел Рудневтың «Арто и Гротовский. Заманса театр ниҙән башлана» лекцияһын тыңлау, драматург Родион Белецкий менән осрашыу, семинарҙа ҡатнашыусыларҙың тексттары буйынса режиссер этюдтарын күрһәтеү, шулай уҡ Ангиза Ишбулдинаның пьесаһын («На кисельном берегу») уҡыу була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb