Ырымбурҙар - Өфөлә!

Ырымбурҙар - Өфөлә!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының сәхнәһен бер аҙнаға Ырымбурҙар яулап алды. Кисә, 11 апрелдә М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры гастролдәре башланды. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй дәүләт пермияһы лауреаты, яҡташыбыҙ, Рифҡәт Исрафилов етәкләгән театр баш ҡалала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға бер аҙналыҡ тамаша әҙерләгән.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановты «Ричард Ш» спектаклендә күрергә мөмкин. Ул спектакль «тыуғандан» алып төп ролде башҡара, тап уның ҡатнашлығында спектакль Сочиҙа үткән «Театр Олимпы» федераль фестиваленең еңеүсеһе була.
Гастролдәр афишаһын тағы ла В.Шукшиндың «Милые люди», Ю.Поляковтың «Грибной царь», Р. һәм И.Куниҙың «Братишки», шулай уҡ «Свадьба в Малиновке» спектаклдәре биҙәй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb