Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙиптең яҡташтары Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторҙо

Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙиптең яҡташтары Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторҙо

Кисә, 4 октябрҙә Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир-шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙиптең яҡташтары Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторҙо. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында уҙғарылған сарала Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзалары ла ҡатнашты.

Кисәне мәктәп уҡыусылары асты, улар шағирҙың алтын фонды менән таныштырҙы, әҫәрҙәре аша тыуған яғына, халҡына булған һөйөү һүҙҙәрен еткерҙе. Яҡташтарының бай һәм ҡабатланмаҫ ижадын район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә данланы, йырҙарын башҡарҙы.

Күркәм дата уңайынан Яҡуп Ҡолмойҙоң исемен мәңгеләштереү буйынса республикала бихисап саралар ойошторолдо. Тыуған ауылында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Ишембай ҡалаһында әҙиптең ижад һәм тормош юлына бәйле күргәҙмәләр, шиғри бәйгеләр уҙғарылды.

22 октябрҙә Өфөләге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында шағирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған тамаша көтөлә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb