Яҙыусы Әкрәм Вәлиҙең тыуыуына 110 йыл

Яҙыусы Әкрәм Вәлиҙең тыуыуына 110 йыл

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы— башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы 1908 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аблай ауылында тыуған.

Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. 1932 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. 1932—1924 йылдарҙа әрме лә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара сәркәтибе булып һәм күп кенә йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.

1952—1955 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналының редакторы була.

Әкрәм Вәлиҙең «Көс» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1931 йылда донъя күрә.

Һуғыштан һуң Әкрәм Вәли тағы ла ижад эшенә тотона һәм байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә, проза өлкәһендә, балалар ижадыгда ла танылды. Күп кенә әҫәрҙәр тәржемә итте. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы

Яҙыусы ижад иткән китаптар: «Көс», «Башҡортостан, һине йырлайым», «Туҡта, кем килә?», «Бәхет иле», «Иптәштәргә».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb