Яҙыусы һәм драматург Наил Ғәйетбаевтың юбилей саралары Сибайҙа башлана

Яҙыусы һәм драматург Наил Ғәйетбаевтың юбилей саралары Сибайҙа башлана

11 майҙа Сибай ҡалаһында күренекле яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың "Йән" китабының исем туйы уҙа.

Белеүебеҙсә, юғары техник белемле Наил Ғәйетбаев бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә төрлө жанрҙарҙа ижад итеүесе, сәнғәт өлкәһендә сәхнә әҫәрҙәре авторы булараҡ киң билдәле яҙыусы, драматург.

Быйыл хөрмәтле яҙыусы 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмер байрамына бәйле саралар тыуған төйәге Сибайҙа уның ижадын һөйөүселәр менән осрашыуҙан башлана. Олпат юбилейы алдынан яҙыусы уҡыусылары менән күҙмә-күҙ осрашып, аралашып, фекер алышыуҙы күңел байрамы тип һанай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb