Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл

Яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына - 100 йыл

Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (30 июнь 1923 йыл — 19 октябрь 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 

Ғаян Лоғоман улы Лоҡманов (Лоғоманов) 1923 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яугилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә, аҙаҡтан Бөрө педагогия училищеһендә уҡый.

Уны 1942 йылда тамамлағас, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Артиллеристар әҙерләүсе хәрби училищенән һуң фронтҡа китә. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ул топографик разведка взводы командиры вазифаһында ҡатнаша, күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградлана. 1944 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле хәрәкәт итеүсе армиялағы хәрби хеҙмәттән азат ителә һәм II төркөм инвалиды таныҡлығы менән тыуған ауылына ҡайтарыла.

Замандаштары хәтерләүенсә, Ғаян ағайҙың хәле бик тә мөшкөл була. Үпкә ауырыуынан ул бөтөнләй аяҡтан йығыла һәм айҙар буйы туғандары ярҙамында ауыр сире менән көрәшә. Был юҫыҡта ул башлыса халыҡ медицинаһы кәңәштәренә таяна. Һаулығы үтә насарайып киткән саҡтары булһа ла әкренләп аяғына баҫа. Ныҡлы ихтияр көсө, йәшәүгә ынтылыш та ярҙам итә кисәге яугиргә. Яҡшы ғына йөрөй башлағас, урындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып хеҙмәтен башлай, аҙаҡтан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Әммә, үпкәһе сирлеләргә балалар менән эшләү тыйылғанлыҡтан, мәктәптән китергә мәжбүр була һәм ауыл китапханаһына күсә.

1961 йылда Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын ситтән тороп тамамлай. Артабанғы йылдарҙа яҙыусы тыуған ауылында ғүмер итә, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

1988 йылдың 19 октябрендә Ғаян Лоҡманов вафат була һәм тыуған ауылы Яугилделә ерләнә.

Әҙәбиәткә булған һөйөү Ғаян Лоҡмановта мәктәптә уҡыған йылдарында формалаша башлаһа ла, педучилищелә ул ижадҡа ла ылыға башлай. Буласаҡ яҙыусының «Хат» тип исемләнгән тәүге әҫәре 1944 йылда баҫылып сыға һәм уға яңы ҡомар өҫтәй. Шунан башлап әҙиптең очерктары, хикәйәләре һәм повестары республиканың төрлө гәзит һәм журналдарында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа әленән-әле донъя күрә башлай. 1962 йылда Башҡортостан китап нәшриәте Ғаян Лоҡмановтың «Аҡҡош күле» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығын баҫып сығара. Ауыл кешеләренең көндәлек тормошон бик яҡшы белгән ҡәләм оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәренә геройҙарҙы үҙ-тирә яғынан таба. Йыл әйләнәһенә бер ҙә еңелдән булмаған хеҙмәт менән мәшғүл ябай хеҙмәт кешеһенең төрлө ҡаҙаныштарын, уның яҡты хистәрен һәм уй-кисерештәрен һүрәтләү менән бер рәттән теле йылдан-йыл шымара һәм образлыҡ яғынан байый барған әҙип Бөйөк Ватан һуғышында данлы еңеү яулаған батыр яугирҙәрҙе лә үҙ әҫәрҙәренең уртаһына ҡуя. Был йәһәттән уның «Ағын һыу» повесы (1964), «Әсә йөрәге» тип исемләнгән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы (1966) айырым иғтибарға лайыҡ. Нәҡ ошо әҫәрҙәре 1969 йылда Ғаян Лоҡмановты бер тауыштан СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итергә нигеҙ була ла инде. Артабанғы ике тиҫтәгә яҡын йыл арауығында яҙыусының «Тирәк шаулай», «Һибелә сәскә», «Ҡояш сығыр алдынан» тип исемләнгән китаптары донъя күрә. Уларҙа ауыл халҡының тормош-көнкүреше оҫта һәм бай образдар аша бәйән ителә, социаль һәм әхләҡ мәсьәләләр күтәрелә. Дөйөм алғанда, әҙип үҙе күргән һәм белгәнде аҡ ҡағыҙға төшөрә. Уның хикәйә һәм повестарында күп яҡлы һәм бер үк ваҡытта ҡапма-ҡаршылыҡлы көндәлек тормош төп тема булып тора. Ундағы геройҙар, әлбиттә, ысын хеҙмәт кешеләре: ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ҡарамаҫтан күберәк икмәк үҫтереү өсөн ялан-ҡырҙарҙа тир түккән тырыш игенселәр, һөт һәм ит етештереү өсөн йыл әйләнәһенә иртә таңдан ҡара кискәсә арыу-талыу белмәгән уңған малсылар. Яҙыусы уларҙың барыһы өсөн дә бик кәрәкле хеҙмәтенә дан йырлай, эштән тәм, үҙ тормошонан йәм табып йәшәүселәрҙе башҡаларға үрнәк итеп ҡуя. Бының менән бергә әҫәрҙәрҙә тыуған яҡ матурлығына, Ватан бөйөклөгөнә дан йырлана. Ғаян Лоҡманов, ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, ижадташтары, республиканың төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән ныҡлы бәйләнеш тота, бигерәк тә район гәзите хеҙмәткәрҙәре менән даими дуҫлыҡта йәшәй, үҙ әҫәрҙәрен улар аша уҡыусыға тәҡдим итә.

2013 йылда яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы баҫылып сыҡты.

Ғаян Лоҡмановтың повесть һәм хикәйәләре рус, татар, саха һәм ҡайһы бер башҡа телдәргә тәржемә ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb