Владивостокта "Башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары этномузейы" асылды

Владивостокта "Башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары этномузейы" асылды

Этно-музейҙың исем туйында Приморск крайы Закондар сығарыу йыйылышы һәм Владивосток ҡала Думаһы депутаттары ла ҡатнашты. Музейҙа әле 50-гә яҡын экспонат тупланған. Музейға килеүселәрҙең иғтибарын айырыуса милли уйын ҡоралдары- ҡурай һәм ҡумыҙ йәлеп итте. 

Тәүгеләрҙән бында гимназия уҡыусылары килде. Үҫмерҙәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышты. Интерактив лекцияны Нәфисә Попова үткәрҙе. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb