Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнәсәк

Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнәсәк

Владимир Спиваковтың икенсе халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнәсәк, инструменттың яҡынса хаҡы 9 миллион һумдан ашыу.

21 сентябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залындағы гала-концертта еңеүсегә 1912 йылда итальян оҫтаһы Риккардо Антониацци яһаған уйын ҡоралы тапшырыласаҡ.

Республикала маэстроның тыуған ҡалаһында ике йыл элек ойошторолған скрипкасылар конкурсына әҙерлек әүҙем барҙы. Кисә, 17 сентябрҙә бәйгеселәр йәрәбә һалыуҙа ҡатнашты. Һайлап алыу турын 16-26 йәшлек Рәсәй, Япония, Испания, Көньяҡ Корея, Израиль һәм Эстониянан 12 башҡарыусы үткән.  

Конкурсанттарҙың сығышын күренекле скрипкасы Михаил Копельман етәкселегендәге халыҡ-ара жюри һәм Владимир Спиваков баһалаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb