Виртуоз ҡыл-ҡумыҙ тамашасыларға сағыу тәьҫораттар бүләк итте

Виртуоз ҡыл-ҡумыҙ тамашасыларға сағыу тәьҫораттар бүләк итте

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡыл-ҡумыҙ яңғырашында башҡорт көйҙәрен үҙ итеүселәр йыйылды.

«Мираҫ» ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина үҙенең икенсе концертын үткәрҙе. Концертты тамашасыларҙы башҡорт көйҙәре донъяһына алып барған Дәрүиш образында актер Рәмзил Сәлмәнов асты. Унан һуң сәхнәгә Әбйәлил районының ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле - урындағы музыка мәктәбе уҡыусылары күтәрелде. Зәлиә Ғәниәтуллина урынына улар «Каруан» композицияһын башҡарҙы. Концерт барышында артист тамашасыларға халыҡ һәм хәҙерге композиторҙар кеүек бик күп матур башҡорт көйҙәрен бүләк итте. Зал «Абдрахман», «Ырымбур юлында» башҡорт халыҡ көйҙәрен, «Бөркөт» (Р. Рәхимов), «Заман» (Р. Заманов) музыкаль композицияларын һ.б. алҡышланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb