Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды

Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды

24 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Абдрахман улы Заһретдиновҡа һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүилә Миңлеғәли Ҡыҙы Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды. Мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәевҡа Һәм Роберт Абдрахман улының ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға бирелде.

- Атайым менән әсәйем, бөтә донъяны гиҙеп, республикабыҙ мәҙәниәтен данланы. Мин бәхетле кеше, легендар шәхестәрҙең ҡыҙымын. Улар башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Барыһына ла - хеспубликабыҙ хөкүмәтенә, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенә, Мәсетле районы хакимиәтенә, Республика халыҡ ижады үҙәгенә, Роберт Заһретдиновтың уҡыусыларына, әсәйемдең уҡыусыларына һәм ошо эшкә ҡатнашлығы булғандарҙың  барыһына ла рәхмәтлемен, - тине Айһылыу Заһретдинова.

Сарала Рәуилә Хажыева-Заһретдинованың һәм Роберт Заһретдиновтың дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ижадын һөйөүселәр һәм уҡыусылары ҡатнашты.

- Минең өсөн Роберт Абдрахман улы – педагог, уйлап табыусы. Минең өсөн ул олатай , ә Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы өләсәй кеүек ине. Мин уның янына дәрескә килгәс, улар мине өҫтәл артына ултыртып сәй эсерәләр, Рәүилә апай бәлеш менән һыйлай ине. Остаз һәм уҡытыусы йылында был бөйөк шәхескә иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы  айырыуса иғтибарға лайыҡ. Быйыл Мәсетле районында ҡурайсылар конкурсына Роберт Абдрахман улының исеме бирелде. Беҙ уны һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ һәм ул беҙгә һалған белемде киләһе быуындарға ла тапшырасаҡбыҙ,  - тине Артур Ғайсаров.

Мәсетле районы Оло Устикин мәҙәниәт йорто директоры Радик Шәрәфисламов һөйләүенсә, Роберт Заһретдинов үҙенең тыуған яғында – Мәсетле районында ҡумыҙсыларҙың үҫеүен бик теләгән һәм үҙ ваҡытында йөҙ инструмент, шулай уҡ ҡумыҙҙа уйнау буйынса видеодәрестәр бүләк иткән. Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең таҡтаташтары улар йәшәгән йортта урынлашҡан. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 120-се йорт.

Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды
Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән ҡатыны Рәүилә Хажыева-Заһретдиноваға таҡтаташ асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb