«Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителә

«Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителә

14 декабрҙә билдәләнәсәк Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителә.

Конкурстың маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контентты арттырыу, башҡорт теленә, тарихына һәм шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Ҡатнашыусылар 7 декабргә тиклем “Башҡорт телендә иң яҡшы асыҡ хат” һәм “Башҡорт телендә иң яҡшы вайн” тигән ике номинация буйынса Бәйләнештә һәм  Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Конкурстың @bashkort_postcards и @bashkort_vine рәсми аккаунттарында баҫылған бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.

Популяр башҡорт блогерҙары һәм вайнерҙарынан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк һәм 3000-дән 50 000 һумға тиклем аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.

Проекттың координаторҙары – БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге фекеренсә, хәҙерге заманда яңылыҡтар һәм трендтар шул тиклем тиҙ алышына, шуға күрә күләмле фильмдарға алмашҡа тормошсан хәлдәргә арналған ҡыҫҡа метражлы роликтар модаға инә. Идеялар, тәҫьораттар һәм хәрәкәттәр туплап еңел формала эшләнгән асыҡ хаттар (мемдар) уларҙа булған актуаль мәғлүмәтте киң таратыу өсөн шәп алым һынала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb