VI Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибы ниндәй булырға тейеш

VI Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибы ниндәй булырға тейеш

Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа 2020 йылда  VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Мәртәбәле сараның логотибын һәм символын эшләүгә конкурс иғлан ителде.

Логотип заманса, үҙенсәлекле булырға, Фольклориада идеологияһын сағылдырырға һәм үҙ символына эйә булырға тейеш, ти сараны ойоштороусылар.

Конкурста дизайн менән шөғөлләнеүсе һәр кем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Еңеүсе аҡсалата бүләк аласаҡ. Иң яҡшы логотип 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһы символы буласаҡ.

Ҡатнашыу өсөн эскизды Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына, исем-шәрефеңде һәм телефон һандарын яҙып, йүнәлтергә кәрәк. Эштәр 27 сентябрҙән 27 октябргә тиклем ҡабул ителә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb