Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Беренсе августта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт власы органдары, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһе вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре араһында:

Чванов Михаил Андрей улы, күренекле Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Сергей Аксаков исемендәге йорт-музейы директоры, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Ғәлимов Флүр Миншәриф улы, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен алды. Бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, яҙыусы республика етәксеһенә шағир Шәйехзада Бабич һәйкәле өсөн рәхмәт әйтте.

«Мин республиканың 100 йыллығына «Салауат Юлаев» трагедияһын яҙҙым, бәлки, беҙ уны академия театры сәхнәһендә күрербеҙ», — тине Флүр Ғәлимов.

Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы, рәссам-графигы, Рәсәйҙең Рәссам союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Президентын Рәхмәт хаты алды.

Зулькарнаев Руслан, Өфө районының мәҙәниәт Йортоноң музыканты-йырсыһы, һәм Йәкшәмбәтов Альфред «Салават» Йәштәр үҙәгенең аккомпаниаторы, «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен менән бүләкләнделәр.

Шепелева Елена, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең начальнигы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелде.

«Һеҙҙе дәүләт наградаларын алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Был һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн генә түгел, ә республикабыҙ өсөн ҙур ваҡиға. Күп йыллыҡ маҡтаулы хеҙмәтегеҙ, һәләтегеҙ, эшкә тоғролоғоғоҙ менән ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Залда ғалимдар, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Меңдәрсә пациенттың ғүмерен ҡотҡарған табиптарҙың хеҙмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ, энергетиктар ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы, заводтарҙы, учреждениеларҙы йылылыҡ, ут менән тәьмин итә. Бөгөн республика һәм федераль власть органдары, ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыла. Кисә Хөкүмәт ултырышында беҙ тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаныҡ. Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәйбәт темп менән үҫешә. Ғинуар-июнь айҙарында дөйөм майҙаны миллион квадрат метр самаһы булған 12 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Бөтә үҫеш өлкәләрендә лә тиерлек уңыштар менән ғорурлана алабыҙ. Республиканың әүҙем алға барыуында, әлбиттә, һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур», — тине Радий Хәбиров.

 Сығанаҡ: В Уфе врио Главы Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан

Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Өфөлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb