Кисә, 13 июндә, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивалендә тәүге тапҡыр «Беренсе бал» ойошторолдо. Байрамда ҡатнашыусы 650 кеше классик музыка көйҙәренә вальс бейене. Мәҙәни фестиваль майҙанында һәләтле бейеүселәр менән мәктәп уҡыусылары, кадеттар, төрлө ижади коллективтар вәкилдәре З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Йәштәр оркестры башҡарған көйҙәргә бейене. Коллективҡа Линар Дәүләтбаев дирижерлыҡ итте.
Балдан һуң майҙанда Симфония төнө башланды.