Наурыҙ ауылы эргәһендә «Мәргән уҡсы» турниры быйыл киң ҡолас менән ойошторолдо. Мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамында «Нәфис һүҙ» конкурсы ла сараға айырым биҙәк өҫтәне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Учалылар өсөн Баҡшай яланы боронғо башҡорт асылына ҡайта торған изге урын. Этнофестиваль Учалыларҙың 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек кимәлен дә күрһәтте.
«2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына бик күп ҡунаҡтар килеүе көтәлә. Учалы ере лә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итергә әҙер. Иң мөһиме, бында милли-мәҙәни традициялар һаҡланған», - тине «Ағиҙел» дәүләт унитар предприятеһы директоры Зөһрә Исмәғилева.
Өс көн дауамында барған уғатар ярышында етмеш мертға, шәхси һәм команда беренселектәренә ярыштар үтте. Һөҙөмтәлә, Учалының «Ирәндек» командаһы уғатарҙары Бөрйән командаһын еңеп, иң яҡшыһы тип танылды.
Этнофестиваль сиктәрендә милли кейем тегеү оҫталары ла ярышты. Учалы яҙыусылар союзы ярҙамы менән мәҙәниәт министрлығы грантына нәфис һүҙ һөйләү оҫталары конкурсы финалы иһә сәсән телле конкурсанттарҙы асыҡланы. Этнофестиваль еңеүселәре сарала мул буләктәр алып ҡыуанды.
Сығанаҡ: В Учалинском районе прошел III этнофестиваль «Ай, Уралым, Уралым!»