Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Рәми» шиғриәт үҙәген асыуҙы тәҡдим иттеләр. Яңы проект Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат районының почётлы гражданы Рәми Ғариповҡа бағышланған. Архитекторы – Рөстәм Әлибаев.
Рәми Ғарипов – ул башҡорт һүҙ сәнғәтендә генә түгел, ә донъя шиғриәтендә күренеш булған ижад тыуҙырған шағир!
Тулы мәғлүмәт: https://kulturarb.ru/ru/news/v-stolice-respubliki-prezentovali-centr-poezii-rami