Республика театрҙары яңы миҙгелгә 9 премьера әҙерләй. Спектаклдәр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Исемлектә Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Сибай, Өфө театрҙары бар. Уларға дәүләттән 57 миллион һум бүленде.
«Был аҡса яңы спекталдәр ҡуйыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар алыу, кейем тегеү һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға тотонола», – тинеләр ойоштороусылар.
Бынан тыш, театрҙарға гастролдәр өсөн автобустар бирелде.
Тулыраҡ бында: В рамках проекта «Культура малой Родины» театры республики готовят девять премьерных постановок