V "Нәүрүз" Халык-ара театраль-белем биреү форумы сиктәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова театраль лабораторияла ҡатнаша

V "Нәүрүз" Халык-ара театраль-белем биреү форумы сиктәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова театраль лабораторияла ҡатнаша

21 майҙа, V "Нәүрүз" Халык-ара театраль-белем биреү форумы сиктәрендә М.Сәлимйәнов исемендәге Актерҙар йортонда "Биш файҙаһыҙ күнегеү" тигән театраль лаборатория асылды. Лабораторияның авторы - педагог, режиссер, сәнғәт фәндәре кандидаты АКТ- ZENT театраль белем биреү үҙәге етәксеһе, театраль тренингтар өлкәһендә әйҙәп барыусы белгестәрҙең береһе - Юрий Леонович Альшиц (Берлин, Германия).

Лабораторияла ҡатнашыусылар араһында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова ла бар.
Ҡатнашыусыларҙы "Нәүрүз" форумының художество етәксеһе, Камал театрының баш режиссеры, Татарстан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Фәрит Рәфҡәт улы Бикчәнтәев сәләмләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb