Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола

Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола

VIII  «Иҙел башы» этнофорумы барышында Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылында 17 августа «Ҡатай йәштәре йыйыны» була. Йола буйынса, байрамға Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан, Ҡурған, Силәбе, Пермь өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән Ҡатай ырыуы вәкилдәре килә. Быйыл сара һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Сәғәт 12-лә башлана.

Байрам программаһында «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры — таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай» конкурстарын үткәреү күҙаллана.

«Ҡатай һылыуы» конкурсы 16-23 йәшлек ҡыҙҙар араһында ойошторола. Ошо исемгә дәғүә иткән ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында һөйләргә, ижади ҡеүәттәрен, милли аш-һыуға оҫталығын күрһәтергә тейеш.

«Ҡатай батыры» бәйгеһендә 16-35 йәшлектәрҙең ҡатнашыу мөмкинлеге бар, көслө заттарҙы 5-тән алып 100 килограмға тиклемге таштарҙы күтәреү ярышы көтә.

«Ҡатай көрәше» конкурсы 16-35 йәшлек ҡатнашыусыларҙы йыя. Һыбайлы ир-егеттәр дәғүәсеһен ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөргә тейеш.

«Мәргән уҡсы» конкурсы биш этапта уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыусылар өсөн төп шарт — милли этнокейем.

Программа сиктәрендә 3-7 һәм 7-15 йәшлек балалар өсөн «Йәш Ҡатай» ижади ярышын үткәреү ҡаралған. Байрамда халыҡ оҫталары күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты ойошторола, унда МС Баш, Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Айтуған Ғәйзуллин, «Тархан», танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнаша, шулай уҡ йәштәр өсөн дискотека була.

Ҡатнашыуға ғаризалар 14 авгусҡа тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 289-62-00. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ҡатай ырыуы» төркөмөндә танышырға мөмкин.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте.

Уҙған йылда ошондай сара Белорет районында уҙҙы. Ул саҡта байрамға Башҡортостандан ғына түгел, ә Магнитогорскиҙан, Пермдән һәм Ҡазандан Ҡатай ырыуы вәкилдәре килде.

Сығанаҡ: В Кигинском районе пройдет VIII Этнофорум «Ҡатай йәштәре йыйыны»

Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола
Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола
Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb