Бөрө районында беренсе тапҡыр Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур байрам үтте

Кисә, 8 июлдә, Бөрө ҡалаһында  Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур байрам үтте. Сара быйыл беренсе тапҡыр ойошторолған.

Көндөҙ майҙанда йәрминкәләр, күргәҙмәләр гөрләне. Башҡорт, рус, мари, сыуаш, удмурт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары ишетелде. Милли кейемдәге ҡатындар үҙ халыҡтарының кәсептәренә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Сараның программаһы бик бай һәм күңелле уҙҙы. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә, республикабыҙ, илебеҙ өсөн лайыҡлы граждандар үҫтергән ата-әсәләргә ҙур наградалар һәм бүләктәр тапшырылды.

Һуңынан – ҙур концерт башланды. Концертты еспубликабыҙҙың билдәле мөхәббәтле пары, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар алып барҙы.

«Матур йолаға нигеҙ һалабыҙ. Артабан ул йыл да дауам итәсәк: һеҙҙең бәрәкәтле, ҡунаҡсыл ерегеҙҙә 8 июль һайын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәкбеҙ. Ғаилә – иң юғары, мөһим төшөнсә. Ул йәшәргә көс, дәрт бирә», – йыйылған халыҡты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләне.

Тантанала төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла сығыш яһаны.  «Бөгөн бик матур байрам. Теләгем шул: бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ. Ғаиләгеҙҙәге йылылыҡ башҡаларҙы ла йылытыуға етһен», – тине ул.

Байрамда шулай уҡ сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Рима Баталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Матур көн, матур байрам. Өфөлә ямғыр, һыуыҡ, ә бында – ҡояш. Юҡҡа түгелдер был. Әйҙәгеҙ, ошо байрамды артабан матур дауам итәйек. Һәр ғаиләлә мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм һөрһөн. Бәхетле булығыҙ», – тине Эльвира Айытҡолова.

Тамашасыларҙы билдәле сәнғәт оҫталары Асҡар Абдразаҡов, Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова, ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ғаиләһе, Заһир Зәйнетдинов һ.б. һоҡланғыс сығыштары менән ҡыуандырҙы.  Кисәнең төп ҡунаҡтары Виктория менән Антон Макарскийҙар булды.  Байрам салют менән тамамланды.

Сығанаҡ: В Бирске впервые прошёл республиканский праздник – День семьи, любви и верности

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

Разработка сайта - HunterWeb