«Урал моңо» халыҡ-ара фестиваленең һайлап алыу туры үтте

«Урал моңо» халыҡ-ара фестиваленең һайлап алыу туры үтте

Күптән түгел, Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс- фестиваленең һайлап алыу туры уҙҙы. Бөрйән, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Иглин, Шишмә, Учалы райондарынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Өфө ҡалаларынан солистар һәм вокаль, вокаль-инструменталь коллективтары баһалама ағзалары алдында һынау тотто.

Сараны ойоштороусылар: Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Ишембай районы хакимиәте.

Фестивалдең һайлап алыу турын уңышлы үтеүселәр исемлеге: Тимур Рамазанов (Өфө), Ләйсән Хәлиуллина (Иглин районы), Заһир Зәйнетдинов (Өфө), Рәфис Сирусин (Өфө), Илдар Жамалов (Учалы), Рәфис Ишбаев һәм Ильяс Кинйәғолов (Ишембай), Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Юнир Һағынбаев һәм Зәлиә Ғәниәтуллина (Өфө).

Быйыл «Урал моңо» халыҡ-ара фестивале 8-10 июндә тәғәйенләнгән.  Сарала  төрки телле илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән вокалистар ҡатнашыуы көтөлә.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb