"Урал батыр ере" төбәк статусын алды

"Урал батыр ере" төбәк статусын алды
"Урал батыр ере" берҙәм дәүләт тарихи һәм мәҙәни объекттар реестрына индерелде.Республика Мәҙәниәт министрлығының бойороғо менән ул төбәк статусын алды. Ошо уҡ документ объекттың сиктәрен һәм һаҡланырға тейешле урындарҙы билдәләй. Бөрйән районы Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы был биләмәнең дөйөм майҙаны 62 миллион ярым квадрат метрҙан ашыу. "Урал батыр ере"нә шулай уҡ Йылҡысыҡҡан күле, Бабсаҡ бей ҡурғаны, Морат-Туғай биләмәһе, башҡа археологик мираҫ ҡомартҡылары инә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb