Учалыла билдәле шағир һәм яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов менән осрашыу үтте

Учалыла билдәле шағир һәм яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов менән осрашыу үтте

21 ноябрь көнө Учалы Үҙәк район китапханаһында шағир, яҙыусы, сәсән,ҡурайсы,Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Мөхәммәтша Буранғолов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, төрлө жанрҙағы ике тиҫтәнән ашыу китап авторы Мәүлит Ямалетдинов менән осрашыу үтте.

Быйылғы йыл айырыуса ҡыуаныслы, яҙыусыға 70 йәш, «Һайланма әҫәрҙәре» китабының икенсе томы, төрки әҙәбиәттәре тарихында беренсе булып мосолмандарҙың изге китабы «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китаптары донъя күрҙе.
Яҙыусының –төрлө тематикалы, халыҡ тарихының төрлө осорона ҡараған, тиҫтәләгән шиғри китап, повесть һәм хикәйә,тәржемә, романдары бар.
Уның «Ҡуласа» ,«Ишмөхәмәт сәсән» роман-эссеһы, «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым», «Һуңғы йот» , «Бүләк» йыйынтыҡтары әҙәбиәткә рух ныҡлығы, уйланыусан, әхлаҡи сафлыҡ менән айырылып торған геройҙар алып килде.
Осрашыу башында М.Ямалетдин китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, теге йәки был әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән ҡайһы бер хәл-ваҡиға, күренештәргә асыҡлыҡ индерҙе һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Сарала яҙыусының ҡәләмдәштәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуылары һәм китапханасылар ҡатнашты. Бар булмышын ижадҡа арнаған, кәрәк икән ҡурайында ла уйнаған , моңло тауышы менән күңелдәрҙе арбаған күп ҡырлы талант эйәһе Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Кисә яҙыусының йырҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәни сара китап күргәҙмәһе менән тамамланды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb