Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың бәйгеһе үтә

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың бәйгеһе үтә

Иртәгә, 20 сентябрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың бәйгеһе үтә. Сара  Башҡортостандың халыҡ артисының 90 йәшенә арнала.

Бәйгенең маҡсаты: халыҡ йырын башҡарыу йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү, яңы талантлы башҡарыусылар асыҡлау.

Абдулла Солтанов – халыҡ йырҙарын (оҙон көй) башҡарыу менән танылған уникаль һуҡыр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Конкурста 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк ике йәш категорияһында һәүәҫкәр һәм һөнәри башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Конкурста еңеүселәр дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb