Учалы районында Барын-табын ырыуы йыйыны үтте

Учалы районында Барын-табын ырыуы йыйыны үтте

Учалы районы Туңғатар ауылы эргәһендәге яланда Барын-Табын ырыуы йыйыны үтте. Күркәм сарала башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде. Мәргән уҡсылар, һыбайлылар араһында ярыштар, Ылаҡ уйыны уҙғарылды.

Учалыла Барын-Табын ырыуы вәкилдәрен башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алдылар. Сағыу милли кейемдәр, йыр-моң, ҡурай көйөн - урындағы халыҡтың быуаттар дауамында һаҡланып ҡалған рухи хазинаһын йәш быуынға күрһәтеү ҙә йыйындың бер маҡсаты ине. Шулай уҡ ырыуҙаштар өсөн архив материалдар ҙа тәҡдим ителде. Байрамда Барын-Табындарҙың шәжәрәһе лә барланды.

Нияз Сәлимов, Табын ырыуы берлеге рәйесе: «Йыйынға архив документтар алып килдек. Күргәҙмә ойошторҙоҡ. Атап әйткәндә, Муса Мортазинға ҡағылышлы халыҡҡа билдәле булмаған факттар тураһында һөйләнек. Һәм ошо Туңғатар олоҫона ҡағылышлы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре лә бар».

Тарихи материалдар учалыларҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙән саҡырылған ҡунаҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйткәндәй, Барын-Табын ырыуы вәкилдәрен бер майҙанда йыйыу башланғысы менән тәүгеләрҙән булып фермер Мозафар Ҡадиров сығыш яһай. Башта ул урындағы хакимиәт етәкселегенә район-ара кимәлдә ат сабышы ярышын ойоштороу тәҡдимен еткерә. Был байрамда бер юлы ырыуҙаштарҙы ла йыйып, сараның әһәмиәтен көсәйтеү ҡарары ҡабул ителә. Шуға байрам сиктәрендә ауыл биләмәләре, район башлығы исеменә лә ат сабыштары үтте.

Мозафар Ҡадиров, фермер: «Район һабантуйынан да күберәк аттар булды бөгөн. Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан килделәр, күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар бар.Әбйәлилдәр Ылаҡ уйыны буйынса учалыларҙан реванш алырға килде».

Ысынлап та, байрамда ҡунаҡтарға уңыш йылмайҙы. Әбйәлилдәр Ылаҡ уйыны буйынса еңеүсе тип танылды. Мауыҡтырғыс бәйгене халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.

Әлмир Рәхмәтуллин, Туңғатар ауылы биләмәһе башлығы: «Электән башҡорт халҡы үҙенең саялығын, ҡорал менән эш итә белеүен, йылҡы менән дуҫ булыуын күрһәтергә тырышҡан. Шуға быйыл үткәрәбеҙ бәйге, күп уйындар».

Барын-Табындар мәргән уҡсылары менән дә дан тота. Байрам сиктәрендә ойошторолған турнирҙа тиҫтәләп кеше көс һынашты, ҡатнашыусылар араһында Өфө, Екатеринбург, Силәбе ҡалалары вәкилдәре лә бар ине. Әйткәндәй, Учалы районында уҡтан атыу буйынса түңәрәктәр ҙә ойошторолған. Йәш быуынды патриотик яҡтан тәрбиәләүгә иғтибар ҙур бүленә.

Рәйес Низаметдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: «Популяр булыуы - ҡанда ла барҙыр. Икенсенән, беҙҙә турнирҙар йыш уҙғарыла. Район хакимиәте финанс яҡтан да ярҙам итә».

Учалыла йылҡысылыҡ, малсылыҡ үҫеш алған. Тырыш халыҡ киләсәктә лә ошо һабантуй яланында ырыуҙаштарын йыйып, осрашыуҙар ойошторорға вәғәҙәләште.

Сығанак: bash.news 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb