Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды

Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды

28 декабрҙә төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрын асыу тантанаһы уҙҙы. Театр 2019 йылда ябылып, спектаклдәр башҡа сәхнәләрҙә барҙы. Реконструкция сиктәрендә театрҙың фойеһында, ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрҙә ремонт яһалды, яңы ултырғыстар һатып алынды. Сәхнә ҡорамалы – ут, тауыш, сәхнә механикаһы яңыртылды. Дамир Йосоповтың сценарийы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» театрлаштырылған тамаша театрҙың замансаяңы ҡорамалдарын бар көсөндә баһаларға мөмкинселек бирҙе.

Театр коллктивын күптән көтөлгән ваҡиға менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы һәм министрлыҡ исеменән Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шуай уҡ театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды.

Тантаналы өлөштән һуң концерт программаһында Сәғиҙулла Байегет, Светлана Хәкимова, Рәүис Заһитов, Азамат һәм Фидан Ғафаровтар, Артур Кәбиров, Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев һәм башҡа театр артистары башҡарыуында популяр йырҙар,шиғырҙар яңғыраны,спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.

 Башҡорт академия драма театры спектаклдәре ғинуарҙан Ҙур сәхнәлә күрһәтелә башлаясаҡ.

Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb