Төркиәлә башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы күрһәтелде

Төркиәлә башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы күрһәтелде

Төркиәнең Анталья ҡалаһы Аҡсу районында II Халыҡ-ара күсмә халыҡтар фестивале үтте. Анталья провинцияһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ унда башҡорттарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын күрһәтте. Төрлө халыҡтарҙың тирмәләре араһында башҡорт яҡташтар ойошмаһы ҡорған тирмә лә бар ине.

Күргәҙмә өсөн ҡамыр аштары төрлө төбәктәрҙән йыйылды, башҡорт сәк-сәге иһә улар араһында айырым урын алып торҙо. Милли кейем, Башҡортостан фотоһүрәттәре һәм башҡорттарҙың традицион көнкүреш әйберҙәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар фотографтар һәм журналистар өсөн ҡыҙыҡлы бер асыш булды. Ә кескәй Әминә менән Эсмира иһә ҡунаҡтарҙы туған телдә шиғыр һөйләп таң ҡалдырҙы. Төркиәләге милләттәштәребеҙ туған телдәрен һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙы үҫеп килгән быуынға ла еткерә.

— Тыуған илдән алыҫта йәшәһәк тә Атайсалыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, сит тарафтарҙа Ватаныбыҙҙы һәм башҡорт халҡын лайыҡлы итеп күрһәтергә тырышабыҙ, - тип һөйләй башҡорт яҡташтар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы Динара Шәйхетдинова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb