“Төркиҙәр алтыны” форумы дауам итә

“Төркиҙәр алтыны” форумы дауам итә

Баш ҡалабыҙҙа йәштәрҙең 11 апрелдә асылған “Төркиҙәр алтыны” форумы дауам итә. Уның маҡсаты – милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни хеҙмәттәшлеген үҫтереү. “Конгресс-холл” бинаһындағы тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ федераль власть вәкилдәре, төбәк ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Дуҫлыҡ өсөн сиктәр юҡ. Форумдың географияһы киң генә: тиҫтәнән ашыу төбәктән 250-ләп вәкил килгән. Белем биреү программаһы тарихи, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади блоктарҙан тора. Фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға, халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Сара 16 апрелгәсә барасаҡ. Уның программаһында йәш ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап сәйәхәт, төрлө лекциялар, тренингтар ойоштороу ҙа ҡаралған. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ социаль проекттар төҙөйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb