«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте бөтә Рәсәй прокатына сыға

«Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте бөтә Рәсәй прокатына сыға

 31 августан Өфөлә «Башҡортостан» һәм «Муха» студиялары ойошторған «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте экранға сыға. Картинаның үҙәгендә - ике һуғыштың: 1788 йылда рус-швед һәм 1812 йылда Ватан һуғышында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы. Тап француздар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт атлыларын «Төньяҡ амурҙары» тип атағандар, уларҙы уҡтан оҫта атҡандары өсөн боронғо Рим Аллаһы менән сағыштырғандар.

29 ғинуарҙа Мәскәүҙең Кино йортонда тулы метражлы анимация фильмы күрһәтелде. Май айында картинаны Өфөлә премьера алды күрһәтеүендә ҡарай алдылар. Билдәләп үтергә кәрәк, тәүҙә «Төньяҡ амурҙары» Башҡортостан кинотеатрҙары экранына сыға, ә октябрҙән бөтә ил буйлап күрһәтелә. Был Башҡортостанда төшөрөлгән бөтә Рәсәй прокатына сыҡҡан беренсе йәнһүрәт. Ул параллель рәүештә ике телдә - рус һәм башҡорт телендә яңғыраны, шуға күрә тамашасылар уны ҡайһы телдә ҡарарға икәнен һайлай ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb