Тәүге тапҡыр – Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы уҙғарыла

Тәүге тапҡыр –  Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы уҙғарыла

2-4 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы уҙғарыла. Конкурсты легендар педагог ярты быуаттан ашыу эшләгән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойоштора.

Сара 2 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Шаляпин исемендәге концерт залында асыла. Ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалына. Конкурс тыңлауҙары 2 һәм 3 декабрҙә дауам итә. 4 декабрҙә сәғәт 12-лә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт була.

Өфө дәүләт сәнғәт институтынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа республикабыҙ, шулай уҡ Екатеринбург, Ҡазан, Магнитогорск, Силәбе, Пермь башҡарыусыларынан 100-гә яҡын ғариза килгән. Улар — мәҙәниәт һәм сәнғәт колледждарының йыр бүлектәре, «Академик йырлау» йүнәлеше буйынса музыка юғары уҡыу йорттары студенттары. Конкурс йәш төркөмдәре буйынса «Яңғыҙ йырлау» номинацияһында уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb