Туймазыла “Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу туры үтте

Туймазыла “Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу туры үтте

“Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу туры Туймазы ҡалаһында үтте. Унда Туймазы, Баҡалы, Шаран, Бүздәк райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан йәш башҡарыусылар ҡатнашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 1 урынды Ләйсән Сәйетова (Туймазы районы, Собханғол ауылы) яуланы. 2 урында – Элина Хәкимова (Октябрьский ҡалаһы), 3 урында – Өфө ҡалаһынан Әлиә Бәҙретдинова.

Бөтә ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәр 5-10 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде.

Киләһе һайлап алыу туры Бәләбәй ҡалаһында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb