Туймазы татар драма театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

Туймазы татар драма театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

28 һәм 29 сентябрҙә Туймазы татар драма театры «Модерн» Мәскәү драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Татар театрының гастролдәре Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.

28 сентябрҙә Туймазы татар драма театры Мәскәү тамашасына «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһын тәҡдим итәсәк. Ҡуйыусы-режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин, ҡуйыусы-рәссам - Юлиә Гилязева, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сагитов. Башлана сәғәт 17:00.

29 сентябрҙә – «Игеҙәктәр» спектакле күрһәтәсәк. Ҡуйыусы-режиссер Ильнур Муллабаев, рәссам - Рустам Баймухаметов, композитор - Илшат Яхин. Башлана сәғәт 18:00.

Сығанаҡ: Туймазинский татарский драматический театр выступит с гастролями в Москве

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb