«Туй йолаһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды

«Туй йолаһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды

«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Шаран районында онлайн форматта «Туй йолаһы» фестивале үтте. Пандемия осоронда хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп уҙғарылған конкурсҡа 83 коллектив видеоматериалдар тәҡдим итә. Яҙмалар түңәрәк өҫтәлдә тикшереп, баһаланды.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса беренсе дәрәжә диплом менән өс коллектив – Әбйәлил районынан «Күбәләк биҙәктәре», Бишбүләк районынан «Мерчен» халыҡ фольклор ансамбле һәм Дыуандан «Әйлеләр» ансамбле бүләкләнде. Улар башҡорт милли һауыт-һабалары һәм самауыр менән бүләкләнде. Фестиваль хужалары Шарандарға махсус диплом тапшырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb