«Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылары сәнғәте» күргәҙмәһе асылды

«Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылары сәнғәте» күргәҙмәһе асылды

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының  тифлобаҫма бүлегендә «Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылары сәнғәте» пособиеһы баҫылды. Был баҫма ҙурайтылған Брайль рельефлы-нөктәле шрифты менән нәшер ителде. Рельеф графикаһында башҡорт уғы һәм уҡсы күрһәтелгән. 

- Уҡ - иң боронғо ҡорал төрҙәренең береһе. Башҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу - ысын ирҙәр өсөн лайыҡлы шөғөл була. Ә бөгөн уҡтан атыу  - мауыҡтырғыс спорт төрө, азарт, маһирлыҡ һәм етеҙлек. Был баҫма ошо милли спорт төрөнә  арналған, - тип аңлатма бирҙеләр китапханала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb