Тиҙҙән Башҡорт дәүләт академия драма театры премьера- “Сыңғыҙхандың аҡ болото” спектаклен тәҡдим итәсәк

Тиҙҙән Башҡорт дәүләт академия драма театры премьера- “Сыңғыҙхандың аҡ болото” спектаклен тәҡдим итәсәк

Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ағымдағы йылдың тәүге премьераһы – “Сыңғыҙхандың аҡ болото” спектаклен тәҡдим итәсәк.

Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрен режиссер Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерә. Яҙыусының “Быуаттан да оҙон көн” романының тәүге вариантына инмәй ҡалған, һуңынан ғына өҫтәлеп киткән “Сыңғыҙхандың аҡ болото” исемле бүлек буйынса сәхнә версияһын Елена Баранчикова яҙған, ҡуйыусы төркөмдә - балетмейстер Ирина Филиппова (Мәскәү), рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев.

Спектаклдә Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Эльвира Юнысова, Азамат Ғафаров, Руслан Хайсаров, Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Руслан Хәсәнов, Артур Кәбиров, Илгиза Ғильманова, Зилия Ситдиҡова, Сара Буранбаева, Нурия Ирсаева, Илсур Байымов, Юнир Ҡоланбаев уйнаясаҡ.

Премьера 21, 22 февраль көндәренә билдәләнгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb