Театр артистары футболда көс һынашасаҡ

Театр артистары футболда көс һынашасаҡ

22 февралдә Өфөлә актерҙар араһында футбол буйынса чемпионат үтә. Спорт бәйгеһендә Башҡорт һәм Рус драма театры, Милли йәштәр театры, Ҡурсаҡ театры, Башҡорт опера һәм балет театры артистары ҡатнаша. Һәр коллективтан бишешәр кеше майҙанға сыға. Сәғиҙулла Байегет, Илья Мясников, Зөлфәт Әхмәтов, Шәһитулла Хамматов, Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡатнашырға теләк белдерҙе. Сараны ойоштороу комитеты ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, чемпионат баш ҡаланың актерҙары араһында бәйләнеште нығытырға ярҙам итсәк, театр һөйөүселәрҙе лә ҡыуандырасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb