Таңсулпан Ғарипова- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Таңсулпан Ғарипова- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы булды. Хәҙер ул республикала Зәйнәб Биишеванан һуң ошо абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы. Яҙыусы үҙенең «Бөйрәкәй» китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләй. 2004 йылда роман «Йыл асышы» тип иғлан ителә.

«Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Проза яҙыу — ауыр хеҙмәт, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бер яҡтан, үҙем, икенсенән, әлеге көндө көткән уҡыусыларым өсөн шатмын. Ошо дан әҫәрҙәремде уҡыусыларға, халҡыма кәрәк, — тине яҙыусы «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә. — Был юғары исем Баймаҡ районына, республикабыҙға тәүге башҡорт Әлифбаһы авторы, билдәле телсе Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев кеүек танылған шәхестәр биргән тыуған ауылым Күсейгә лә абруй өҫтәй».

Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның “Ҡыр сейәһе” тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1978 йылда, “Китап” нәшриәте тарафынан баҫтырыла. Һуңынан, бер-бер артлы “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар туплаған ике китабы донъя күрә.

Ете йыл тирәһе яҙыусы “Бөйрәкәй” романы өҫтөндә эшләй. Һуңынан был роман, халыҡ һөйөүен тиҙ яулап, пенталогияға әйләнә. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, яҡты ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. 2004 йылда был роман “Йыл романы” исеменә лайыҡ була. 2006 йылда авторына Салауат Юлаев дәүләт премияһы алып килә.

Һуңғы йылдарҙа Таңсулпан Ғарипова, әүҙем рәүештә, драматургия өлкәһендә ижад итә. Уның “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә” пьесалары сәхнәләрҙә уйнала. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлә. Был фильм Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһын ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb