Таңсулпан Бабичева “Нур” театрында ҡунаҡта

Таңсулпан Бабичева “Нур” театрында ҡунаҡта

14 ғинуарҙа Өфө “Нур” татар дәүләт театрында РФ халыҡ артисткаһы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы педагогы Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы булды. “Нур” театры директоры Фирзәт Ғабидуллин менән осрашыуҙа киләһе йылға пландар, махсус курс тураһында әңгәмә алып барылды.

Әңгәмәлә БР һәм ТР халыҡ артисткаһы Резида Фәхруллина, реклама бүлеге етәксеһе Ләйсән Сираева, йәмәғәт менән бәйләнештәр бүлеге етәксеһе Гөлшат Сафина ҡатнашты. Һуңынан Таңсулпан Даһи ҡыҙы Ҙур залда “Мөғжизәләр тыуғанда” исемле театрлаштырылған тамашаны ҡараны.

2021 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы "Драма театры һәм кино актеры" йүнәлеше буйынса театр факультетына бюджет нигеҙендә белем алыу өсөн "Нур"татар дәүләт театры өсөн махсус курс йыя.

Уҡыу формаһы-көндөҙгө. Уҡыу ваҡыты - 4 йыл.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb